Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты йәштәр хәрәкәте активистары менән осрашты

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» төбәк бүлексәһе ойошторған «Мин – граждан» йәйге профилле лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Төбәк башлығы йәштәр менән аралашты һәм республикала үҫеш аласаҡ дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. «Беҙҙе яңырыу еле көтә», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе һәм бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составы тураһында Указға ҡул ҡуясағы хаҡында хәбәр итте.

Президент унда йәштәр проблемалары менән шөғөлләнәсәк министрлыҡтың һаҡланасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә икенсерәк статуста. Хәҙер ул  Йәштәр эштәре һәм спорт министрлығы тип аталасаҡ.

Туризмға килгәндә иһә, был тармаҡты айырым дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырырға ҡарар ителгән, ул шулай уҡ эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм уға ярҙам мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть