9 декабрь, Йома

05 август 2010 йыл, 12:30

Эшҡыуарҙар республика Президентына тәҡдимдәр пакеты әҙерләй

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһында бәләкәй һәм урта бизнес йәмәғәт берекмәләре вәкилдәренең эш осрашыуы үтте. Өфө, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡтан килгән делегациялар иң күләмлеләрҙән ине. Модератор булып БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе Алексей Щербацкий сығыш яһаны.

Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын көйләгән ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр пакетын әҙерләү осрашыуҙың төп маҡсаты ине. Был проект республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа тапшырыласаҡ, тип хәбәр итте Ассоциацияның матбуғат хеҙмәте.

Фекер алышыу барышында бәләкәй биззнесҡа дәүлә ярҙамын камиллаштырыу, бизнес-инкубаторҙар һәм технопарктар ойоштороу, дәүләт заказы, электр һәм газ селтәрҙәренә тоташыу, тарифтар билдәләү, халыҡ-художество кәсептәрен үҫтереү, эске туризмды үҫтереү кеүек йүнәлештәр буйынса эш төркөмдәре булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Фекер алышыуҙа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Никин, Башҡортостан республика юридик компаниялар ассоциацияһы рәйесе Владимир Вишневский, «Мехатрон» инжиниринг компанияһының генераль директоры Мөҙәрис Шиһабетдинов, Өфө эшҡыуарҙары берләшмәһе Советы рәйесе Ольга Одинокова, «Павловка» туристик тау саңғыһы үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идара итеү компанияһы генераль директоры Раил Ғәзизов, БР Кредит ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Айҙар Зөбәйеров, «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин әүҙем ҡатнашты.

Бында әйтелгән бар тәҡдимдәр ҙә дөйөмләштереләсәк һәм республика бизнес берләшмәһенең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр пакетын әҙерләүгә нигеҙ буласаҡ.

темалар: эшҡыуарлыҡ