Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө шахматсылары "MinskOpen-2010" халыҡ-ара турнирында ҡатнаша

Йәмғиәт

Белоруссияның баш ҡалаһында "MinskOpen-2010" халыҡ-ара шахмат турниры старт алды. Турнирҙа өфөлөләр ҙә ҡатнаша -  ФИДЕ мастеры Гор Глиджян һәм спорт мастерлығына кандидат Ильяс Ғәзизов. Беренсе турҙа Гор Глиджян Дмитрий Понявин менән уйнағанда өҫкә сыҡты (BLR, ФИДЕ рейтингы -1929), ә Ильяс Ғәзизов Иван Конышконан еңелде  (BLR,1698).

Турнир швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үтә. Турнирҙа донъяның ете иленән 122 шахматсы ҡатнаша (Беларусь, Рәсәй, Украина, Нидерландтар, Литва, Ҡаҙағстан, Греция). Спортсылар араһында 11 гроссмейстер, 11 халыҡ-ара мастер һәм 16 ФИДЕ мастеры бар. Приз фонды 10000 АҠШ доллары тәшкил итә. Уйындар 12 августа тамамланасаҡ.

Теги: сатраш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть