Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Средстволары була тороп, директор эш хаҡы түләмәгән

Йәмғиәт

РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығында «Геотранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әнүәр Кәлимуллинға ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Ул предприятиеның өс хеҙмәткәренә эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә.  

Тикшереү етәксенең уларға ете ай аҡса түләмәүен, шул уҡ мәлдә уның средстволары эш хаҡы буйынса бурыстан ун тапҡырға күберәк булыуын асыҡлаған. Аҡсаны Кәлимуллин үҙенең, ҡатынының ихтыяжында һәм предприятие эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында тотонған.

Прокурор ғәйепләү ҡарарын раҫлағандан һуң эш судҡа тапшырыласаҡ, тип хәбәр итә РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть