4 декабрь, Йәкшәмбе

05 август 2010 йыл, 9:08

Башҡортостан уттан зыян күргән төбәктәрҙән балаларҙы ял итеүгә ҡабул итергә әҙер

автор: Эльмира Сабирова

Волга буйы федераль округы субъекттары урман янғындарынан һәм төтөндән үтә ныҡ зыян күргән Нижегородка өлкәһе, Мордовия һәм Марий Иле райондарынан балаларҙы ял итеүгә саҡырыу инициативаһы менән сығыш яһаны.

Был турала РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Августа Башҡортостандың иң яҡшы һауыҡтырыу лагерҙары — 345 баланы, Татарстан лагерҙары — 100 баланы, Ырымбур өлкәһе — 590 баланы, Һамар өлкәһе — 175 баланы, Һарытау өлкәһе — 50-не, Пермь крайы — 20 баланы ҡабул итергә әҙер. Шул уҡ мәлдә балаларға лагерҙа ял итеүгә киткән сығымдарҙы ҡабул итеүселәр тотошлай үҙ өҫтөнә ала.  

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота төбәк башлыҡтарының инициативаһын хупланы һәм был тәҡдимдәрҙе яҡын арала ҡарарға саҡырҙы.