Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы рәйесе менән осрашыу

Сәйәсәт

4 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы рәйесе Станислав Шевченко менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикала спортты үҫтереү мәсьәләләре, яңы спорт объекттары төҙөү һәм Өфөлә ҙур ярыштар үткәреү перспективалары ҡаралды.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда волейболды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. “Был — спорттың популяр төрө, һәм беҙ уға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Республика волейболды яңы үҫеш баҫҡысына күтәреү өсөн Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер”, — тине республика Президенты.

Станислав Шевченко Башҡортостан Президентына Бөтә Рәсәй федерацияһының Өфө базаһында волейбол үҙәге ойошторорға теләүен белдерҙе. “Өфөлә яҡшы волейбол йолалары бар. “Нефтсе” һәм “Урал” кеүек клубтар оҙайлы ваҡыт суперлигала сығыш яһаны. Спортты үҫтереү өсөн кәрәкле матди базаның булыуы ла мөһим”, — тине Станислав Шевченко.

Осрашыуҙа йәнә республика волейбол командаларының ил чемпионатында сығыш яһау һәм Өфөлә абруйлы халыҡ-ара ярыштар үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть