10 декабрь, Шәмбе

04 август 2010 йыл, 17:50

Рөстәм Хәмитов республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

4 августа Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Сырвачева, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, «Кызыл Таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Илүзә Ҡапҡаева ҡатнашты.

Әңгәмә барышында киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәт тормошонда үтә мөһим роль уйнауы, һәр төрлө фекер һәм идеялар буйынса фекер алышыу майҙаны булараҡ сығыш яһауы, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.  «Минең өсөн киң мәғлүмәт саралары — проблемалар һәм ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт алыуҙың, йәмғиәттә нимә барғанын, халҡыбыҙҙың нимә менән йәшәүен белеүҙең ышаныслы ысулдарының береһе ул», — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙа Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси һәм эшлекле тормошо ваҡиғаларын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу менән бәйле бихисап һорауҙар теҙмәһе тикшерелде.