4 декабрь, Йәкшәмбе

04 август 2010 йыл, 17:19

Башҡортостан умартасылары Монголияға бал ҡорттарының сираттағы партияһын ебәрергә әҙерләй

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иртәгә Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә «Шаамарын тохой» фирмаһы директоры Чинзориг Жамцын килә. Монголия компанияһы етәксеһе республикала башҡорт тоҡомло бал ҡорто күстәренең сираттағы партияһын һатып алырға ниәтләй. Монголия далаларына 400 пакет бал ҡорто һәм 250 инә ҡорт оҙатыласаҡ.

Умартасылыҡ үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Монголиялағы партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү 2008 йылда башланған. Ул ваҡытта Башҡортостандан Монголияға бал ҡорттарының беренсе партияһы ебәрелгән. Улар климатҡа бик яҡшы яраҡлашҡан, һәм Монголия яғынан вәкилдәр бал ҡорто күстәрен һатып алыуға Башҡортостан ҡортсолары менән 6 йылға контракт төҙөгән. Килешеүгә ярашлы, меңгә яҡын бал ҡорто күсе Моголияла даими теркәлеү аласаҡ. Бынан тыш фирма вәкилдәре Стәрлетамаҡта етештерелгән  умартасылыҡ инвентары ла һатып ала.