8 декабрь, Кесе йома

04 август 2010 йыл, 16:36

Башҡортостан троллейбус заводы етештереү күләмен арттыра

автор: Любовь Колоколова

«Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә троллейбустар етештереү арта: быйылғы йылда йөҙҙән ашыу машина сығарыласаҡ. Әлегә тиклем бында йыл дауамында ундай иҫәптә троллейбустар сығарылмаған.

БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештереү индексы быйылғы ете айҙа 2009 йыл кимәленә ҡарата 224,9 процент тәшкил иткән, тауар продукцияһы күләме ике тапҡырға артҡан, етештерелгәнде һатыу – бер ярым тапҡырға. Заводта ҡаҙна алдындағы бурыс тулыһынса ҡапланған, эш хаҡы ла ярайһы артҡан. Бөгөнгө көндә Башҡортостан троллейбус заводында 242 кеше эшләй.

«БТЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә хәҙерге заман технологияларына ҙур иғтибар бирелә. Яңы материалдар ҡулланыу троллейбустарҙы еңелерәк, уңайлыраҡ, энергияны аҙыраҡ ҡулланырлыҡ итергә мөмкинлек биргән. Предприятиела периметрын һәм салонды видеокүҙәтеү мөмкин булған машиналарҙы производствоға индереү планлаштырыла, был иһә электр транспорты хәүефһеҙлеген тағы ла арттырасаҡ.

Өфөлә етештерелгән троллейбустар ышаныслы булыуҙары, файҙаланыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә уңайлылығы менән айырыла. Машинаның вагон тибындағы кузовы коррозияға ҡаршы сифатлы буяу менән ҡапланған һәм температуралар алмашыныуына бирешмәй, электр тогынан юғары дәрәжәлә һаҡлағысы бар, привод менән идара итеүҙең энергияны һаҡсыл файҙаланыусы системаһы ҡуйылған.

Әлеге ваҡытта «БТЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте дүрт моделдә троллейбустар сығара, һәм һәр моделдең үҙенең өс модификацияһы бар. Белгестәрҙең һәм файҙаланыусыларҙың юғары баһаһын тәпәш иҙәнле троллейбустар алған.

Ҡулланыусылар заказы буйынса яңы троллейбустар электр энергияһын сарыф итеүҙе теркәүсе ҡорамал менән, водитель өсөн кондиционер, блинкер йәки светодиодлы матрицала мәғлүмәт системаһы, автоматик радиотапшырыу системаһы менән йыһазландырыла.

«БТЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте троллейбустары ҙур һорау менән ҡуллана — улар Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең 50-нән ашыу ҡалаһында файҙаланыла. Уңайлы Башҡортостан машиналары электр транспортына билдәләнгән халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Быйыл Башҡортостан троллейбус заводы үҙенең 30 йыллығын билдәләне.

Яңы техника сығарыуҙан тыш, Башҡортостан троллейбус заводы троллейбустарҙы ремонтлау һәм запас частар етештереү менән шөғөлләнә.