3 декабрь, Шәмбе

04 август 2010 йыл, 15:00

Өфөлә Киров урамында кәртә булып сүп-сар контейнеры тора

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Киров урамы буйынса 39-сы йорт алдында Хоҙайбирҙин урамы киҫелешендә тротуарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тултырылған бер нисә кубометр күләмендәге контейнер кәртәләгән, һәм ул бында беренсе көн генә тормай.

Контейнер йәйәүлеләрҙең юлына ҡамасаулап, тротуарҙы киңлеккә тулыһынса тиерлек ҡаплаған. Ә эҫене иҫәпкә алғанда, эргә-тирәгә унан ниндәй еҫтәр таралыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Был сүп-сар ояһына кем яуаплы һәм ул бынан ҡасан алынасаҡ, тигән һорау һаман да асыҡ ҡала. Йәйәүлеләр иһә мәсьәлә хәл ителгәнсә, танауҙарын ҡаплап,  йорт стенаһы һәм контейнер араһындағы ҡыҫынҡы ерҙән йөрөргә мәжбүр.