9 декабрь, Йома

04 август 2010 йыл, 13:03

Ҡырмыҫҡалы районында билдәһеҙ малай табылған

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 31 июлендә Булгаков-Бекетов трассаһында Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы янында билдәһеҙ малай табылған. Бала һөйләшмәй, һәм уның кем булыуын һәм ата-әсәһен асыҡлап булмай.

Билдәләре: биш-алты йәштәрҙә, буйы 90-95 см, сәстәре һары, күҙҙәре зәңгәр. «Тачки» йәнһүрәте геройы төшөрөлгән ҡыҙғылт-һары төҫлө футболка, күк шаҡмаҡлы шорты кейгән, аяғында ҡара кроссовкалар.

Әгәр һеҙ был баланы белһәгеҙ йәки уның ата-әсәһе хаҡында мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, түбәндәге телефон һандары буйынса милицияға мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ: (34765) 2-10-83, 2-12-02. Шулай уҡ теләһә ҡайһы милиция бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.

темалар: эҙләү