Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Янғын һүндереүселәр Көньяҡ Урал ҡурсаулығын уттан ҡотҡара

Йәмғиәт

Уҙған тәүлектә республика территорияһында дөйөм майҙаны 291 гектарлыҡ 16 яңы тәбиғи янғын сығанағы барлыҡҡа килде. Янғын һүндереүселәр ете янғынды йүгәнләй алды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының оператив мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта 241 гектар майҙанда 15 тәбиғи янғын һаман һүндерелмәгән, әммә артабан таралыуҙан туҡтатылған.  

3 августа Көньяҡ Урал ҡурсаулығында тау итәгендә үлән һәм ҡыуаҡлыҡтар янып китә. Утты һүндереүгә Инйәр, Межгорьеның янғын һүндереүселәре йәлеп ителә, Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итә. Янғын аҫтан тарала –урманда, ағастарға ҡағылмайынса, ҡыуаҡтар һәм үлән яна. Бөгөнгө көндә берҙәм эш итеү һөҙөмтәһендә өс гектар территориялағы янғын артабан таралыуҙан туҡтатылған, һәм көн дауамында уны тулыһынса һүндереү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть