Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә тыуған кеше ЛОКО-Банк идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән

Иҡтисад

Леонид Вакеев ЛОКО-Банк Идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Был вазифала уның яуаплылығы өлкәһенә банктың халыҡ-ара бизнесын үҫтереү, бурыс инструменттары, сауҙа һәм структура финанслауы, рейтинг процесын һәм инвесторҙар менән мөнәсәбәттәрҙе ойоштороу инәсәк. Уның алдында торған бурыстар араһында ЛОКО-Банктың халыҡ-ара корреспондент селтәрен киңәйтеү, сит ил финанс институттары менән стратегик хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм башҡалар бар.

Леонид Вакеев 1975 йылда тыуған. 1997 йылда «Иҡтисад теорияһы. Банк эше» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын  тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1997 йылда «Башкредитбанк»та башлай. 2005 йылдан 2010 йылға тиклем – «УРАЛСИБ» банкыһының Үҙәк офисында етәксе вазифаларын биләй. ЛОКО-Банкҡа «УРАЛСИБ» банкының Халыҡ-ара бизнес департаменты башҡарма директоры посынан килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть