Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса консультацияларҙы йәш ғаиләләр һәр шаршамбы һайын ала ала

Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостанда 30 меңдән ашыу йәш ғаилә барлыҡҡа килә. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан аныҡлауҙарынса, 2009 йылда  34 368 никах теркәлгән, ә 2010 йылдың беренсе кварталында – 13 254. Йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе элеккесә иң киҫкене булып ҡала.

Төбәктә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләр өсөн ниндәй дәүләт ярҙамы программалары эшләүен һәм уларҙа ҡатнашыу тураһында белер өсөн БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге белгестәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Консультациялар һәр шаршамбы һайын 14-18 сәғәттәрҙә үткәрелә.

8(347) 251-57-23 телефоны аша кәңәшләшергә йәки Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт адресы буйынса 28-се кабинетҡа шәхсән үҙегеҙгә килергә мөмкин.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть