Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Дыуан районында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡабул итеү бүлмәһе асылды

Сәйәсәт

Дыуан районында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башланы. Ул  республика дәүләт власы органдарының гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм халыҡ менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен тәьмин итеү маҡсатында асылған. Бындай бүлмәләр граждандарға власть структуралары менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге бирә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Мәсәғүт ауылында И. Усов урамы, 96-сы йорт адресы буйынса район хакимиәте бинаһында урынлаштырылды. Ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге өсөн яуаплы тип район Советының баш белгесе Ирина Литовченко тәғәйенләнгән.

Бындай йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Сибайҙа эш башлаған да инде. Яҡын арала Президенттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре Күмертауҙа, Нефтекамала, Учалыла һәм Октябрьскийҙа ла булдырылырға тейеш. Уларҙы ойоштороу Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһы Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре тураһында»ғы Указына ярашлы алып барыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть