5 декабрь, Дүшәмбе

03 август 2010 йыл, 15:24

Башҡортостанда бәләкәй бизнесҡа бирелгән кредиттар күләме арта

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Милли банкы мәғлүмәте буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-июнендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бирелгән кредиттарҙың дөйөм күләме 23,3 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән — был уҙған йыл кимәленән 1,5 тапҡырға күберәк. Шул иҫәптән 18 миллиард һумдан ашыу сумма бәләкәй предприятиеларға бирелгән. Был сектор өлөшө республика банктарының кредит портфелендә 19,7 процент тәшкил иткән.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә,  республикала бәләкәй бизнесҡа кредит биреү менән 31 финанс-кредит ойошмаһы шөғөлләнә. Шулай ҙа бар эшҡыуарҙар ҙа ҡайҙа һәм нисек кредит алырға кәрәклеген белмәй. Кредит алыу шарттары менән киләһе һылтанма буйынса ентекләп танышырға мөмкин:  http://www.mbis.bashkortostan.ru/sections/view/15.