Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

7 августа Мәләүездә хәләл продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе асыла

Сәйәсәт

7 августа Мәләүездә Башҡортостан Республикаһында хәләл продукцияның икенсе күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Сараны ойоштороусылар булып БР Мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитеты һәм Мәләүез районы хакимиәте сығыш яһай.

Күргәҙмәлә шәриғәт ҡанундарына ярашлы тауар етештереүселәр һәм хеҙмәт күрһәтеүселәр менән танышыу мөмкинлеге биреләсәк. Әлеге ваҡытта беҙҙең республиканан 15 ойошма, шулай уҡ Силәбе, Свердловск, Һамар, Белгород өлкәләре кеүек башҡа төбәктәрҙән бер нисә предприятие ҡатнашыуға теләк белдергән. Күргәҙмәгә йәнә был сара дауамында планлаштырылған семинарҙарҙа һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу өсөн  Мәскәү һәм Татарстандан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Унда туҡланыу продукттарынан алып кейемгә, косметиканан алып китаптарға һәм медицина хеҙмәтләндереүенә тиклем һәр төрлө аҙыҡ-түлек продукттары һәм хеҙмәттәр тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть