9 декабрь, Йома

03 август 2010 йыл, 17:50

Нефтекамала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы телетапшырыуға конкурс иғлан ителде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында иң яҡшы тематик телетапшырыуға конкурс иғлан итте.  

Конкурс «2008-2010 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу» маҡсатлы программаһы нигеҙендә үткәрелә. Урындағы властар был программа саралары юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙа тәртип мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ итер, тип өмөтләнә.  

Тапшырыу 30 минуттан ашмаҫҡа тейеш. Конкурста ҡатнашыуға урындағы бөтә телекомпаниялар ҙа саҡырыла. Заявкалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә, унан һуң еңеүсе билдәләнәсәк һәм иң яҡшы тапшырыу эфирға биреләсәк.