7 декабрь, Шаршамбы

03 август 2010 йыл, 13:17

Сибайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Сибайҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башланы. Ул республика дәүләт власы органдарының гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм халыҡ менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен тәьмин итеү маҡсатында асылған. Бындай бүлмәләр граждандарға власть структуралары менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге бирә.

Сибайҙа йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Ленин урамы, 9/1 йорт адресы буйынса ҡала хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Бындай йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре йәнә Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Учалы ҡалаларында һәм Дыуан районында ойошторола. Уларҙы ойоштороу Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһы Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре тураһында»ғы Указына ярашлы алып барыла.