9 декабрь, Йома

03 август 2010 йыл, 12:42

Башҡортостандың 200 йәш лидеры «Мин – граждан» йәйге профилле лагерында әүҙем ял итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфө районының «Ҡайынҡай» дауалау-һауыҡтырыу комплексы нигеҙендә шишәмбе көндө, 3 августа, «Мин — граждан» йәйге профилле лагеры асыла. «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ул икенсе тапҡыр үткәрелә. Смена 16-30 йәштәге 200 йәш активисты йыясаҡ. Ҡатнашыусылар араһында урындағы үҙидараның һайланған органдары ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт советы ағзалары һәм БР район һәм ҡалаларынан йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәш кадрҙар резервы ағзалары бар.

Ойоштороусыларҙың үҙҙәре алдына ҡуйған бурыстары – яңы йәш лидерҙарҙы асыҡлау, йәштәрҙең сәйәси яҡтан мәғлүмәтлелеген күтәреү, ҡатнашыусыларҙа үҙ-үҙен ойоштора белеү һәләтен үҫтереү, ойоштороу һәм идара итеү потенциалын асыҡлау һәм уны үҫтереү.  

Йәштәр лидерҙары лекцияларҙа, тренингыларҙа, дискуссия майҙансыҡтарында ҡатнашасаҡ. Улар Башҡортостанды артабан модернизациялау, йәштәр парламентаризмы, Рәсәйҙең инновацион үҫешендә йәштәрҙең роле, социаль проекттар һәм башҡа темалар буйынса фекер алышасаҡ.

Бынан тыш, йәштәрҙе спорт һәм мәҙәни-ял саралары көтә. Смена 9 августа тамамланасаҡ.