8 декабрь, Кесе йома

03 август 2010 йыл, 11:39

Башҡортостан вуздары студенттары һәм аспиранттары - РФ Президенты стипендиаттары иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Эльмира Йосопова, Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранттары Татьяна Карташева, Татьяна Волкова, Эльвира Нафиҡова һәм Иван Кияшко – сит илдә уҡыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендияларын алыуға бөтә Рәсәй асыҡ конкурсы еңеүселәре иҫәбендә.

Улар 2010/2011 уҡыу йылында Рәсәй Федерацияһында фән, технологиялар һәм техника үҫеше кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса Европаның юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми үҙәктәрендә белем алыу һәм ғилми практика үтеү өсөн сит илгә юлланасаҡ иң яҡшы 40 студент һәм 60 аспирант иҫәбенә инде.

темалар: мәғариф