6 декабрь, Шишәмбе

03 август 2010 йыл, 11:09

Героинға алмашҡа дезоморфин килә

автор: Ольга Мортазина

Дәүләттең наркотиктар менән көрәше һөҙөмтәһен бирә: героин наркоманияһы үҫеше тотҡарлана. Әммә дарыухана менән бәйле наркомания үҫеше башланды, тип билдәләй БР наркоконтроле хеҙмәткәрҙәре.

Мәҫәлән, 2005 йылда дезоморфин ҡулланыуҙың 25 осрағы теркәлгән. Киләһе йылда иһә — 31, артабан һандар үҫә генә бара: 2007 —  282, 2008 — 468, 2009 — 997, 2010 йылдың беренсе ярты йыллығында — 656. Дезоморфин ҡулланыусы 2400 кеше асыҡланған, шуларҙың ни бары 25-е генә наркологта иҫәптә тора.

Тенденция үтә хәүефле, тип иҫәпләй наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре: дезоморфин героинға ҡарағанда 15 тапҡырға ағыулыраҡ. Уның тәьҫире шул тиклем көслө, кеше хатта тере килеш серей башлай. Аптека наркоманының ғүмер оҙайлығы дүрт йылдан ашмай. Башҡа мәғлүмәттәр ҙә билдәле – 1,5 йыл самаһы.

Дезоморфиндың популярлығы хаҡы менән аңлатыла: 1000—1500 һумлыҡ героин дозаһы алдында  уның бер дозаһы 100—150 һум ғына тора. (һәм был составында кодеин булған препараттарҙың 10 тапҡырға артыуына ҡарамаҫтан).  Бынан тыш, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса наркотик доза уларҙа шул тиклем түбән, шуның арҡала наркоман административ штраф менән ҡотола.      

— Был проблемаға тәьҫир итеү көсө булһын өсөн беҙ закон сығарыусыларға дезоморфин ингредиенттарын рецепт ярҙамында алыуға норматив акт индереү тәҡдиме менән сыҡтыҡ, — тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Валерий Кокин. —Көҙгө сессияла депутаттар был мәсьәләне хәл итер, тип ышанабыҙ.  

темалар: наркомания