7 декабрь, Шаршамбы

03 август 2010 йыл, 10:23

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә яңы торлаҡ йорттар ҡалҡасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«2007-2015 йылдарға иҫәпләнгән төҙөлөп бөткән территориялар үҫеше» муниципаль адреслы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Өфөнөң Калинин районындағы Азатлыҡ, Черниковская, Кремль һәм Беренсе май урамдары менән сикләнгән кварталды яңыртыу планлаштырыла. Уның дөйөм майҙаны 0,9 гектар тәшкил итә. Планлаштырыу проекты Октябрҙең 50 йыллығы һәм Черниковская урамдарындағы ике ҡатлы йорттарҙы һүтеүҙе, булған объекттарҙы реконструкциялауҙы һәм яңы торлаҡ йорттар төҙөүҙе күҙаллай.

Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, тәү сиратта Беренсе май урамындағы 71-се һанлы йорт алдында 16 ҡатлы торлаҡ йорт күтәреү планлаштырыла, уның беренсе ҡатында балалар поликлиникаһы урынлашасаҡ.

Уны «Маштехресурсы» төбәк-ара сауҙа-сәнәғәт компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөйәсәк. Ҡайтанан төҙөлөүсе кварталда йәшәүсе граждандарҙың ял ваҡытын уңайлаштырыу маҡсатында, төҙөлөш территорияһына  эләккән балалар майҙансығы урынына предприятие күрше урынлашҡан Беренсе май урамындағы 69-сы һанлы йорт ихатаһында яңы уйын майҙансығы булдырҙы, шулай уҡ футбол һәм баскетбол уйындары өсөн майҙансыҡтар йыһазландырҙы. Хәрәкәтле уйындар майҙансығына хәүефһеҙлек маҡсатында ҡом түшәлгән. Бында урынлаштырылған бөтә ҡорамалдар ҙа сертификатланған һәм заман стандарттарына яуап бирә.

Майҙансыҡ шунда уҡ балаларҙа ҙур һорау менән файҙалана башлаған.

темалар: төҙөлөш