3 декабрь, Шәмбе

03 август 2010 йыл, 9:01

Башҡортостандың власть структураларында мәғлүмәтләштереүҙе үҫтереү буйынса эш төркөмө булдырылды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Президент Хакимиәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты эшмәкәрлеген мәғлүмәтләштереүҙе үҫтереү буйынса эксперт-консультация эш төркөмө булдырыу хаҡында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Эш төркөмөнә мәғлүмәт-телекоммуникация ресурстарының ағымдағы торошо хаҡында эксперт һығымтаһы әҙерләргә, шулай уҡ заманса ҡорамалдар һәм программа тәьминәтен индереүҙе күҙ уңында тотҡан мәғлүмәт-телекоммуникация инфраструктураһын модернизациялау буйынса саралар комплексын эшләргә ҡушылды.

Эш төркөмө составына мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эре инвестиция проекттары эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҙур тәжрибәгә эйә белгестәр инде.