Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика умартасылары продукцияһы Иран вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырҙы

Иҡтисад

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә Иран Ислам Республикаһының Әстерхандағы Генераль консуллығы вәкиле Хусейн Фазел килде. Ҡунаҡ башҡорт умартасыларының продукцияһы менән, атап әйткәндә, косметик саралар, умартасылыҡ продукттарын медицина маҡсатында файҙаланыу менән ҡыҙыҡһынды һәм башҡорт балының тәм сифаттарын лайыҡлы баһаланы. Осрашыуҙа башҡорт балын ғәрәп илдәренә оҙатыу прблемалары тикшерелде.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығышта тәбиғи башҡорт балы һәм унан етештерелгән изделиелар тейешенсә баһаланған. Февралдә, мәҫәлән, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре Кувейтҡа «Баллы йылғалар» фирмаһына балдың беренсе партияһын оҙатты. Ул ваҡытта Башҡортостан етештереүселәре заказсыларҙың бар теләктәрен дә иҫәпкә алырға тырышты. Хатта продукциялағы этикеткалар ҙа ғәрәп телендә ине һәм улар мосолман иленең дини традицияларын иҫәпкә алып баҫтырылды. Ирекле сауҙа сертификаттары ла кәрәк булып сыҡты, уның турала Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла барыһы ла белеп бөтмәй.

Төрлө сорттағы 50-ләп исемле бал (ҡарабойҙай, йүкә, сәскә балы һәм башҡалар) сувенир һауыттарға тултырыла. Бынан тыш Кувейтҡа бал нигеҙендә эшләнгән 25 төрлө косметик продукция ла ебәрелә. Улар иҫәбендә һәр төрлө шампундәр, кремдар, йыуыныу өсөн гелдәр, шулай уҡ  һауыт-һаба йыуыу өсөн прополислы средстволар була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть