4 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2010 йыл, 16:09

Йәш юристарҙы ижади конкурста ҡатнашырға саҡыралар

автор: Юлай Мәғсүмов

Рәсәй юристар ассоциацияһы идараһы йәш юристарға Рәсәй юристар ассоциацияһының йәштәр сайтын эшләү, йәштәр хәрәкәте үҫеше һәм хоҡуҡи тематика буйынса социаль реклама кеүек өс йүнәлеш буйынса грант нигеҙендә конкурс иғлан итергә ҡарар итте. Эштәр 2010 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурс лауреаттарын наградлау Мәскәүҙә 3 декабрҙә, Юристар көнөндә үтәсәк.