11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2010 йыл, 15:01

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе.

Төбәк башлығы Хөкүмәттә булып үткән бер нисә кадрҙар үҙгәрешен әйтеп китте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажитдинов тәғәйенләнгән. Фәтих Ҡаҙаҡбаев Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылған. Рөстәм Хәмитов Фәтих Ҡаҙаҡбаевҡа күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм уның тәжрибәһе һәм белеме республикала кәрәк буласағына өмөтөн белдерҙе.

Ултырышта Рөстәм Хәмитов тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән төп социаль-иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Урман янғындары һәм ауыл хужалығында ҡоролоҡ менән бәйле хәлдәр тикшерелде. Башҡортостан Президентына ҡоролоҡтан иң ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Республика ҡаҙнаһынан орлоҡ, мал аҙығы, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға, ужым культураларын сәсеүҙе үткәреүгә финанс средстволар бүленгән.

Урман янғындары тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Президенты 31 июлдә район хакимиәте башлыҡтары менән үткән видеоселектор кәңәшмәһенән һуң янғындарҙы һүндереү һәм иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар күрелеүен билдәләне. Был саралар үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы бер нисә район һәм ҡалала барлыҡҡа килгән он менән тәьмин итеүгә бәйле хәлдәргә айырым туҡталып аңлатма бирҙе. Президент урындарҙа ондоң етерлек запасы булдырылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Шулай уҡ Хөкүмәт ултырышында Рөстәм Хәмитов министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы һәм етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәрҙе контролдә тоторға ҡушты. «Беҙ был балаларҙы ҡыйыҡһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ. Беҙҙең бурыс – көсһөҙҙәргә ярҙам итеү», — тине Рөстәм Хәмитов.

Хөкүмәт ултырышында йәнә алданыусы торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар проблемаһы тикшерелде. Президент республиканың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә был мәсьәләне хәл итеүҙең бар варианттарын да әҙерләргә ҡушты.