Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан коррупцияға бирелгән тәүге ун төбәк иҫәбендә

Сәйәсәт

Мәскәүҙә һуңғы йылда Рәсәйҙә коррупция менән бәйле хәлдең нисек үҙгәреүе тураһында доклад тәҡдим ителде. Ул «Таҙа ҡулдар» йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә килгән ялыуҙар нигеҙендә әҙерләнгән.

«Новые известия» яҙыуынса, доклад авторҙары Рәсәй төбәктәренең коррупцияға бирелгәнлеге буйынса рейтинг төҙөгән. Дәүләттең баш ҡалаһы – Мәскәү алдынғы урында. Икенсе урын Мәскәү өлкәһендә, өсөнсө урынды Татарстан биләй.  

Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Мордовия, Белгород, Новосибирск һәм Нижегородка өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостан да алдағы унау иҫәбендә.

Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары өсөн адвокаттар ассоциацияһы рәйесе Евгений Архипов әйтеүенсә, коррупция әйләнеше бөгөнгө көндә эске тулайым продукттың 50 процентын тиерлек тәшкил итә.

РФ Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек департаменты мәғлүмәте буйынса, 2010 йылдың беренсе ярты йыллығында ил буйынса ришүәттең уртаса күләме 44 мең һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән, ғинуарҙа ғына 23 мең һум тураһында һүҙ бара ине.

Доклад авторҙары билдәләүенсә, коррупцияны дәүләт кимәлендә еңеү өсөн ике ысул бар. Беренсеһе – тоталитар диктатура урынлаштырыу. Икенсе ысул, асылда, беренсеһенең ҡапма-ҡаршыһы – демократия. «Дәүләт-чиновниктар аппараты, махсус хеҙмәттәр халыҡ, киң мәғлүмәт саралары контроле аҫтында эшләй, ә сәйәси конкуренция механизмы коррупция күренешен мөмкин булмаҫлыҡ итә, йәғни коррупция иҡтисади, социаль ҡараштан да, сәйәси күҙлектән дә файҙаһыҙға әйләнә, — тип аңлата Евгений Архипов. – Коррупция менән уңышлы көрәштең сағыу миҫалын Норвегия, Германия, Италия, Испания, АҠШ бирҙе, иң һуңғы миҫал – Грузия».

Эксперттар шикләнмәй: коррупцияны ике йылда еңергә мөмкин, әммә сәйәси системаның халыҡ идараһына ориентирланған булыуы шарт, тип хәбәр итә newizv.ru.

Теги: коррупция
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть