11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2010 йыл, 11:19

Өфөлә ҡала журналистар конкурсы иғлан ителгән

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә журналистарҙың Республика йылына арналған ҡала конкурсы үтәсәк. Ул БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ менән берлектә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте менән иғлан ителгән.  

Конкурстың төп маҡсаты һәм бурыстары: Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының иҡтисади, социаль, спорт һәм мәҙәни тормошонда Өфө ҡалаһы ҡала округының ролен һәм әһәмиәтен билдәләү; баш ҡала тормошо һәм проблемалары менән республика халҡын ҡыҙыҡһындырыу, ҡала тарихы һәм ҡыҙыҡлы шәхестәр менән таныштырыу; һәләтле профессиональ журналистарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү; Өфө ҡалаһы ҡала округында Республика йылы сиктәрендә үткәреләсәк сараларҙы киң яҡтыртыу; республика, район, ҡала кимәлендәге, башҡа төрлө киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостандың баш ҡалаһының ыңғай имиджын формалаштырыу; муниципаль реформаның ғәмәлгә ашырылыуын, урындағы үҙидара органдарының нығыныуын һәм үҫешен, урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың ҡатнашыуын яҡтыртыу.

Конкурс тураһында положение һәм ҡатнашыуға заявка www.ufacity.info һәм www.pressarb.ru кеүек рәсми сайттарҙа урынлаштырылған.

Конкурс материалдары ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.