11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2010 йыл, 10:56

Православие динен тотоусылар ҡоролоҡ менән көрәшкә сыға

автор: Евгений Рәхимҡолов

Православие динен тотоусылар бөгөн ҡоролоҡ менән көрәшкә сыға — Рус православие сиркәүенең бөтә ғибәҙәтханаларында, шул иҫәптән Өфө епархияһы территорияһында ла, ямғыр һорап ғибәҙәт ҡылынасаҡ. Башҡалар менән бергә Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Кирилл да Аллаға мөрәжәғәт итәсәк, ул ҡоролоҡ арҡаһында көслө янғындар сыҡҡан Түбәнге Новгород өлкәһенең Лукоянов ҡалаһында доғалар уҡыясаҡ.

Быйылғы аномаль эҫелек һәм яуым-төшөмдәрҙең булмауы бар ил өсөн ысын мәғәнәһендә һәләкәт булды. Башҡортостан ҡоролоҡтан үтә ныҡ зыян күргән төбәктәр иҫәбенә ҡарай. Беҙҙең республика менән бер рәттән был эҫе Ырымбур, Волгоград, Псков, Рязань, Түбәнге Новгород һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә етди зыян килтерҙе. Юғары көстәрҙе ҡоролоҡ менән көрәшкә саҡырыу быйылғы йылда беренсе тапҡыр түгел. Православие динен тотоусыларға тиклем бындай сараны мосолмандар ҙа үткәргәйне.

темалар: дин