10 декабрь, Шәмбе

02 август 2010 йыл, 17:56

Туймазы районында эшһеҙҙәр йәмәғәт эштәренә йәлеп ителә

автор: Сергей Захаров

Йөҙҙән ашыу Туймазы кешеһе япраҡ аҙығы һәм бесән әҙерләүҙә ҡатнаша.  

Миҙгел башланғандан алып 118 эшһеҙ 29 тонна япраҡ аҙыҡ әҙерләгән. Әлеге ваҡытта шуларҙың 20-һе Ғәфүр ауыл советында эшләй. Мал аҙығы әҙерләүҙән тыш улар параллель рәүештә Воздвиженка ауылы янындағы юл яны һыҙатын тәртипкә килтерә.  

Ауыл эшсәндәренә йәнә учреждение һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам күрһәтә, тип хәбәр итә район хакимиәтенең рәсми сайты.