Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһының беренсе сменаһы тамамланды

Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығында балалар һауыҡтырыу учреждениеларының беренсе сменаһына йомғаҡ яһалды. Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәте буйынса, йәйге һауыҡтырыу кампанияһының беренсе сменаһы ярайһы тыныс үткән, эпидемиологик характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән.

Смена дауамында БР буйынса Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре менән каникул осоронда лагерь эшмәкәрлеген булдырған юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 967 тикшереү үткәрелгән. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар һөҙөмтәһендә 800 мең һумдан ашыу суммаға 624 штраф һалынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылдың йәйге һауыҡтырыу кампанияһында 164 200 бала һәм үҫмер ял итә һәм һаулығын нығыта. 3 089 учреждение тейешле тәртиптә асылған һәм эшләп килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть