11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2010 йыл, 9:06

Сибай мәктәптәре ете йөҙ беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итергә әҙер

автор: Евгений Рәхимҡолов

Сибайҙа яңы уҡыу йылында ете йөҙ беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултырасаҡ. Ҡала хакимиәте мәғлүмәтенән билдәле буйынса, иң күп уҡыусыларҙы 9-сы лицей йыйған – 125 бала, 12 урта мәктәпкә иһә 97 бала киләсәк, ә 1-се урта мәктәпкә — 85 уҡыусы.

Ҡайһы бер Сибай мәктәптәрендә башҡорт телендә уҡытыласаҡ кластарға балалар йыйыла. 30 бала 1-се урта мәктәптең беренсе башҡорт класында уҡырға теләк белдергән, Башҡорт лицейының беренсе класына 52 бала барасаҡ, ә 9-сы лицейҙың башҡорт класына – 25 тәрбиәләнеүсе.

Дөйөм алғанда Сибайҙа беренсе класҡа яҙылған блалар һаны үткән йылдар менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк. Хәйер, 1 сентябргә тиклем ваҡыт бар әле, шуға күрә уҡытыусылар, шул иҫәптән ҡала властары ла, был хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә өмөтләнә.

темалар: мәғариф