Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов көс структураларына коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау һәм көс ведомстволары етәкселәре менән осрашыу барышында коррупция күренештәренә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтергә ҡушты.

Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, прокуратура, тикшереү комитеты етәкселеге менән осрашыуҙарҙа коррупцион хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар һәм ришүәтселек менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Рөстәм Хәмитов көс структураларына төрлө коррупция күренештәрен оператив асыҡларға һәм ҡәтғи сик ҡуйырға ҡушты.    

Бынан алда, Башҡортостан Президенты вазифаһына инеү тантанаһында, Рөстәм Хәмитов, коррупцияны һәм ришүәтселекте тамырынан бөтөрмәй тороп, алға китеп булмаясаҡ, тип белдерҙе. Президент, үҙ вазифаһы менән самаһыҙ файҙаланыусылар ғәмәлдәге закондар сигендә ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть