8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2010 йыл, 17:02

Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау бүлегенән хәбәр иттеләр. Ут үткән дөйөм майҙан бөгөнгө көндә 8550 гектар тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта республикала 17-гә яҡын урман янғындары һүндерелә. Күбеһе таралыуҙан туҡтатылған. Янғындарҙың күп өлөшө элеккесә Урал аръяғы райондарында һәм республиканың таулы төбәгендә сыға. Урман янғындарының төп сәбәбе, белгестәр фекеренсә, — ямғырһыҙ килгән йәшен. Улар, ҡағиҙә булараҡ, бик йыш аномаль ҡоро һауа шарттарында барлыҡҡа килә.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә урман янғындары торама пункттарға барып еткән һәм меңдәрсә кешене йортһоҙ ҡалдырған. БР Урман хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, был ситуация Башҡортостанда етди контролдә тотола һәм халыҡҡа борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Шулай ҙа ут менән һаҡ булырға һәм урманға походҡа сығыуҙан тыйылып торорға кәрәклеген оноторға ярамай.

Үҙ сиратында, ведомство янғынға ҡаршы тейешле саралар күрә. Был профилактик эшкә лә ҡағыла. Урман хужалыҡтарының муниципаль берәмектәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлегендә ярайһы ҙур иғтибар ауыл хужалығы ихтыяжында үрт һалыуҙы иҫкәртеү һәм һүндереүгә бирелә.