4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июль 2010 йыл, 16:40

Чкаловскиҙағы профсоюз слетынан ҡайттылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республикабыҙҙың йәш профсоюз лидерҙары командаһы Мәскәү эргәһендәге Чкаловскиҙан әйләнеп ҡайтты, бында улар Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының 20 йыллыҡ юбилейына арналған «Чкаловск — 2010» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз форумында ҡатнашты.  

Бер нисә көн буйына республикабыҙ профсоюз активистары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, БДБ, Балтия һәм Европа илдәренән коллегалары менән бергә лидерлыҡ һәм  команда эше күнекмәләре формалаштырыуға йүнәлтелгән тематик ярыштарҙа, тренингыларҙа һәм мастер-кластарҙа ҡатнашты.  

Бөгөн Рәсәй профсоюздары йәштәрҙе стратегик ресурс итеп ҡарай, йәштәрҙең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуға, үҫеп килеүсе быуынды әүҙем профсоюз эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән йәштәр сәйәсәтен үткәрә. Әммә йәштәр менән бындай системаға һалынған, маҡсатҡа йүнәлеште эште илдең бөтә профсоюз ойошмалары ла алып бармауы яңы ағзалар килеүен тотҡарлай, профсоюз активын йәшәртеү процесын ҡатмарлаштыра. Шуға күрә Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы, һуңынан урындарҙа профсоюз эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн, даими рәүештә ошондай форумдар үткәрергә ҡарар итте.  

темалар: профсоюздар