7 декабрь, Шаршамбы

30 июль 2010 йыл, 15:45

Төбәк-ара интернет-педсовет 30 августа эшләй башлай

автор: Эльмира Сабирова

Традицион төбәк-ара интернет-педсовет быйыл республикала 30 августан 13 сентябргә тиклем барасаҡ. Быйылғы виртуаль форумдың төп тикшереү темаһы булып педагогтың профессиональ үҫеше торасаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү һәм докладтар менән таныштырыу 5 августа башланасаҡ. Быйылғы интернет-кәңәшмә сиктәрендә форумдарҙа сығыш яһарға, дискуссияларҙа ҡатнашырға, белгестәргә һорауҙар бирергә мөмкин буласаҡ.

Дөйөм алғанда, интернет-педсоветтар мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә һәм ярашлы ведомстволар вәкилдәренә мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү йүнәлешендә педагогтарҙың, ғалимдарҙың, идарасыларҙың һәм ата-әсәләрҙең көстәрен берләштерергә ярҙам итә, тип билдәләргә мөмкин.  

Педсоветтың эш темалары һәм программаһы тураһында ентекле мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты сайтында танышырға мөмкин.

темалар: мәғариф