9 декабрь, Йома

30 июль 2010 йыл, 15:27

Ҡыйғы районы башлығы итеп контракт буйынса Наил Ибраһимов тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

30 июлдә Үрге Ҡыйғы ауылында Ҡыйғы районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәһендә Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Ибраһимов Наил Рафаил улы тәғәйенләнде.

Белешмә. Наил Ибраһимов 1973 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң РФ Һаҡлыҡ банкыһының Ҡыйғы бүлексәһендә эшләй. 2000-2002 йылдарҙа – РФ Һалым һәм йыйымдар буйынса министрлыҡтың Ҡыйғы районы буйынса һалым инспекцияһы етәксеһе. 2003 йылда Ҡыйғы район Советының ойоштороу бүлеге менән етәкселек итә. 2003-2005 йылдарҙа – Ҡыйғы районы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы.

2006 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Финанс министрлығының Ҡыйғы районы буйынса территориаль финанс идаралығы начальнигы булып эшләй.