9 декабрь, Йома

30 июль 2010 йыл, 14:45

Рөстәм Хәмитов үҙ блогын асты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

30 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Живой журнал» (Livejournal.com) биттәрендә үҙ блогын асты. «Рөстәм Хәмитов блогы» берләшмәһенең адресы: http://community.livejournal.com/blog_rkhamitov. Блог республика халҡы менән аралашыу, диалог режимында мөһим мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы тикшереү, фекер һәм идеялар менән уртаҡлашыу өсөн булдырылған.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, хәҙерге IT-технологияларҙың йылдам үҫеше осоронда виртуаль аралашыу тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.  

Блог асыласағы тураһында Рөстәм Хәмитов үҙен Башҡортостан Президенты вазифаһына тәғәйенләгәнгә тиклем үк әйткәйне. Республика башлығы хәҙерге технологиялар һәм элемтә саралары менән иркен эш итә, интернет-сайттарҙы даими ҡарап бара.