Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Ауыл дарыуханаларына талаптар еңеләйтелә

Йәмғиәт

Ауыл ерендә фармацевтик эшмәкәрлек алып барыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән.

Фармацевтик эшмәкәрлек алып барыуға, шулай уҡ, Рәсәй федерацияһында юғары йәки урта медицина белеме, белгес сертификаты һәм дарыу препараттары менән ваҡлап сауҙа итеү өлкәһендә (бер  фармацевтик ҡына түгел) өҫтәмә һөнәри белем алған кешеләр фармацевтик эшмәкәрлек алып барыуға хоҡуҡлы булыуы билдәләнгән. Был үҙгәрештәр дарыухана ойошмалары булмаған ауылдарҙа эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Шул уҡ мәлдә унда дарыу препараттарының контроль-касса техникаһын ҡулланмайынса ла һатылыуы ихтимал.  

Йәнә шул да билдәләнгән:  фармацевтик эшмәкәрлеккә лицензияһы булған дарыухана ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙар дарыу препараттары менән бер рәттән парфюмерия һәм костетология препараттарын һатып алыуға һәм һатыуға ла хоҡуҡлы (элек билдәләнгәнсә бер “дауалау сифатына эйә парфюмер-косметик продукцияны ғына түгел).

Был үҙгәрештәр 2010 йылдың 27 июлендәге 192-ФЗ һанлы "Ауыл биләмәләре халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлеген арттырыу өлөшөндәге айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль законында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть