Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Аграрийҙар силос культураларын урып йыйыуға төштө

Иҡтисад

Республика мал аҙығы әҙерләүселәре күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе беренсе сабып алыуҙы тамамланы. Ямғыр яуған урындарҙа, ихтимал, тағы бер уңыш алырҙар. БР Ауыл хужалығы министрлығының мал аҙығы етештереү бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөнгө көнгә республикала 414 мең тонна бесән әҙерләнгән, был талап ителгәндең 57 процентын тәшкил итә. Былтыр был датаға мал аҙығының был төрө менән тәьмин ителеү 78 процент кимәлендә ине. Сенаж да ошондай уҡ процент нисбәтендә әҙерләнгән. Уларҙы тонналарға әйләндергәндә, 1 миллион 265 мең тонна килеп сығасаҡ.

Ауыл халҡы мал аҙығының бөтә төрҙәрен файҙаланырға тырыша. Хатта элекке йылдарҙа ваҡлап, сидераль ашлама сифатында баҫыуҙарҙа ҡалдырылған һаламды ла был миҙгелдә преслап, мал аҙығы ихаталарына ташыйҙар. Бөтәһе 218 мең тонна һалам әҙерләнгән.

Хәҙерге ваҡытта республика аграрийҙары силос культураларын урып йыйыуға тотондо. Бөгөнгә мал аҙығы йыйыу комбайндары уларҙы 33 мең гектар майҙанда йыйып алды. Был эшкә Бишбүләк, Ейәнсура, Күгәрсен, Тәтешле, Яңауыл, Мәләүез райондарында тотондолар.

Ҡоролоҡтан зыян күргән райондар быйыл үлән үҫкән урындарҙа мал аҙығы әҙерләүен дауам итә. Республика МТС-тары көсө менән Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында бесән һәм һалам әҙерләү алып барыла. БР Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күрше төбәктәрҙә 15 мең тоннанан ашыу тупаҫ мал аҙығы әҙерләнгән.

Тотош алғанда, республика буйынса бер шартлы мал башына 11,4 мал аҙығы берәмеге запасы булдырылған. Һәр һыйырға иҫәпләгәндә иң күп мал аҙығы Яңауыл районында тура килә – 20,4 мал аҙығы берәмеге. Борай районында һәр шартлы мал башына – 18, Стәрлетамаҡ – 16,5, Өфө – 15,6, Саҡмағош районында 15,1 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть