6 декабрь, Шишәмбе

30 июль 2010 йыл, 13:33

Башҡортостан статистиктары онға бер аҙ хаҡ артыуын билдәләй

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанстат минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһына ингән аҙыҡ-түлек продукттары хаҡын тикшергән. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, бер ай эсендә бойҙай онона хаҡтар килограмына 1 һум 25 тингә күтәрелгән. Мәҫәлән, июндә республика буйынса уртаса бер килограмм ондоң хаҡы 14,69 һум булған, ә июль йомғаҡтары буйынса ул 15,94 һумға еткән. Башҡортостан ҡалалары буйынса иң ҡиммәт он Стәрлетамаҡта. Бөгөнгө көндә ул 17,64 һум тәшкил итә. Ондоң ҡыйбатланыуы арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары хаҡында сағылмаған. Улар 23 һәм 22,85 һум тәшкил итә. Бында хаҡ буханкаға түгел, ә килограмға ҡарата бирелгән.  

Уҙған ай эсендә республика буйынса уртаса 26,6 һумдан 27,32 һумға тиклем макарон изделиеларына ла бер аҙ хаҡ артҡан. Шәкәргә лә хаҡ артыуы күҙәтелә. Әгәр июндә килограмды 28,44 һумға һатып алырға мөмкин булһа, июлдә ул 31,41 һум тора.

Ит һәм көнбағыш майына хаҡтар элекке кимәлдә ҡалған.

Йәшелсәләр ярайһы ныҡ арзанайған. Был баҡсасыларыбыҙ үҙҙәренең витаминлы уңышын ала башлауы менән бәйле. Мәҫәлән, бер айҙа бер килограмм ҡыярға хаҡ 31,04 һумдан 19,96-ға төштө. Ауыл халҡының йомортҡа һәм һөт кеүек продукттары ла осһоҙланды. Ә бына картуф 4 һумға тиерлек ҡыйбатланып, хәҙер килоһына  18,85 һум тора.