8 декабрь, Кесе йома

01 август 2010 йыл, 9:00

Тимер юлсылар көнө менән!

автор: “Башинформ”

Август айының тәүге йәкшәмбе көнөндә илдә Тимер юлсылар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов тимер юл хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Йәмғиәттең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫеше тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Әүҙем камиллаштырыуҙы дауам итеп, инновацион технологияларҙы индереп, илдең ҡорос магистралдәре хәҙерге шарттарҙа ла транспорттың иң киң ҡулланылған һәм арзан төрҙәренең береһе булып ҡала.  

Тимер юл транспортының тотороҡло эшләүе иҡтисады һәм социаль өлкәһе юғары үҫешкән беҙҙең республикабыҙ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимер юл хеҙмәтләндереүҙәре менән Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтары файҙалана. Ташылған йөктәрҙең яртыһы тиерлек нефть продукттарына тура килә, байтаҡ өлөшө – химия сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы продукцияһына. Урындағы йөк ағымдары менән бер рәттән республика аша ҙур күләмдә транзит йөктәре үтә.

Республиканың пассажирҙар һәм йөктәр ташыуҙа үҫә барыусы ихтыяждарын ышаныслы тәьмин итеп, тимер юл транспорты беҙҙең күрше төбәктәр һәм сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәребеҙҙе артабан киңәйтеүгә етди йоғонто яһай.

Пассажирҙарҙы имен йөрөтөү һәм йөктәрҙе өҙлөкһөҙ ташыу буйынса мөһим бурыстарҙы хәл итеп, тимер юлсылар үҙҙәренең ныҡышмалы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән артабан да республиканың идара итеү структураһын, транспорт инфраструктураһын яҡшыртыуҙы, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүҙе тәьмин итәсәк, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә артабанғы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов».