8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2010 йыл, 11:57

«Салауат Юлаев» өс һөжүмсеһен һаҡлап алып ҡалды

автор: Дмитрий Слезин

Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙенең өс форварды менән контрактты оҙайтты. Был турала Өфө командаһының рәсми сайты хәбәр итә.

Килешеүҙәрҙе «юлаевсылар» Владимир Антипов, Андрей Таратухин һәм Константин Кольцов оҙайтҡан.

Шул уҡ ваҡытта «Атланта»ның рәсми сайты (Мәскәү өлкәһе) элекке Өфө һаҡсыһы Илья Горохов менән контракт төҙөү тураһында хәбәр итә. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән.

темалар: хоккей, КХЛ