10 декабрь, Шәмбе

30 июль 2010 йыл, 11:44

Республикала киҫкен эсәк инфекциялары менән ауырыусылар артыуы теркәлгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Һуңғы ярты йыл эсендә республикала  киҫкен эсәк инфекциялары менән ауырыуҙың артыуы теркәлгән. Был турала Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы менән «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының 2010 йылдың беренсе ярты йыллығындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса коллегия ултырышында ведомство етәксеһе Роберт Такаев белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, эпидемилогик хәлдең насарайыуы 90 кеше зыян күргән Өфөләге (322-се, 276-сы балалар баҡсаһы), Стәрлетамаҡтағы (1-се лицей), Салауаттағы (19-сы урта мәктәп) балалар учреждениеларында киҫкен эсәк инфекциялары менән бәйле дүрт төркөм ауырыуҙарына сәбәпсе булған.  

Эпидемиологик тикшереү барышында бар осраҡтарҙа ла аҙыҡ әҙерләүҙә технология процестарының боҙолоуы, һаҡлау ваҡытын һәм тиҙ боҙолоусы аҙыҡ-түлек продукттарын транспортлау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, биналарҙың санитар торошона, ҡорамалдарҙы, һауыт-һаба һәм инвентарҙы йыуыу һәм эшкәртеүгә ҡағылышлы талаптарҙы үтәмәү, аҙыҡ блоктары хеҙмәткәрҙәре менән шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтмәү асыҡланған.

— Әлеге ваҡытта инфекцион ауырыуҙар сығанағын юҡ итеү өсөн эпидемияға ҡаршы тейешле бөтә саралар ҙа үткәрелгән, — тине Роберт Мөхәмәт улы.

Дөйөм алғанда эпидемиологик хәл республикала отчет осоронда сағыштырмаса уңышлы һанала. Инфекцион һәм паразитар ауырыуҙарҙың дөйөм кимәле уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 18 процентҡа түбән.

2010 йылдың алты айында республикала инфекцион һәм паразитар ауырыуҙарҙың йәмғеһе 410 мең осрағы теркәлгән, шуларҙың 94 процентын киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция тәшкил итә. Инфекцион ауырыуҙар күрһәткесе, бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк, сальмонеллез һәм дизентерияны иҫәпкә алмағанда,  Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк.  

Ағымдағы йылда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың 317 осрағы асыҡланған. 100 мең кешегә күрһәткес 7,8 тәшкил итте, был ауырыуҙың ике тапҡырға кәмеүен аңлата.