7 декабрь, Шаршамбы

30 июль 2010 йыл, 11:04

Иҫәп алыу Рәсәйҙә ғаиләләр һанын асыҡлаясаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Демографтар башҡарасаҡ мәғлүмәттәр алыуҙың өс төп сығанағы бар, — тине М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты иҡтисад факультетының Ил халҡы проблемаларын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Валерий Елизаров журналистар менән осрашыуҙа. Уларҙың иң мөһиме — халыҡ иҫәбен алыу. Икенсе сығанаҡ – ағымдағы демографик иҫәп алыу.  Шул уҡ халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп, иҫәп алыу араһындағы осорҙа демографтар һәр демографик ваҡиғаны – бала тыуыу, үлеү, никахҡа инеүҙе теркәү формаһында даими кәрәкле мәғлүмәт ала бара. Демографик мәғлүмәттәр алыуҙың өсөнсө сығанағы булып һайланма демографик тикшереүҙәр үткәреү тора – улар Рәсәй халҡын һүрәтләүсе төрлө мәсьәләләргә арналыуы мөмкин.

Халыҡ иҫәбен алыу биттәрендә илдәге демографик хәлде һүрәтләргә мөмкинлек биреүсе иң кәрәкле генә һорауҙар бирелә. Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү һөҙөмтәһендә Рәсәй халҡының дөйөм иҫәбен генә түгел, шулай уҡ ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны, йәш составы, никахта торған кешеләр һаны кеүек демографик күрһәткестәрҙе лә асыҡларға мөмкин буласаҡ. Был мәғлүмәттәргә анализ халыҡтың үрсеү режимын баһаларға, ғаилә үҫешенең демографик картинаһын аныҡларға мөмкинлек бирәсәк. Бындай мәғлүмәт демографик сәйәсәт, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендә дәүләт ҡарарҙары ҡабул итеү өсөн бик тә кәрәк.

Халыҡ иҫәбен алыу үҙенсәлекле бер инвентаризация булып тора, ул йомғаҡ яһай һәм ағымдағы тикшереүҙәрҙе аныҡлай. Сағыштырыу мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә генә дөрөҫ һығымта яһарға мөмкин.  

Демографик процестар динамикаһына анализ яһағанда демографтар йыш ҡына тап 10 йыллыҡ йәш интервалдарын файҙалана. Уларҙы сағыштырыуы ла уңайлы, һөҙөмтәлә дөрөҫ баһаламалар килеп сыға.