8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2010 йыл, 10:29

Чехияның L-410 самолеттары Екатеринбургта ремонтланасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Екатеринбургта төбәк авиацияһы самолеттарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү үҙәге асыла. Урал тау-металлургия компанияһы менән Чехияның Aircraft Industries авиатөҙөлөш компанияһының (контроль пакет Урал тау-металлургия компанияһында) берлектәге проекты өсөн "Уктус" аэропорты һайланған.

Беренсе этапта сервис үҙәге Чехия компанияһы етештергән L-410 UVP-E20 һәм Pilatus PC-12 самолеттарын хеҙмәтләндерәсәк. Киләсәктә белгестәр вертолеттар менән дә шөғөлләнмәксе. Урал тау-металлургия компанияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡорамалдар һатып алыуға һәм келәт төҙөүгә 750 мең евро сарыф ителгән. Запас частар менән яңы модификациялағы L-410 самолеттарын эксплуатациялаған компаниялар ҙа, элекке быуын самолеттарын файҙаланғандары ла тәьмин ителәсәк. Артабан Урал тау-металлургия компанияһы һәм Aircraft Industries Рәсәйҙә сервис үҙәктәре селтәрен булдырыуҙы планлаштыра.

Уҙған йылдың йәйендә UVP-E20 модификацияһындағы L-410 самолеты Рәсәй территорияһында файҙаланыу өсөн Дәүләт-ара авиация комитеты менән сертификатланған. "МАКС-2009" авиасалонында Aircraft Industries компанияһы Рәсәй ташыусыларын самолеттар менән тәьмин итеүгә бер нисә контракт төҙөнө. Ике L-410 самолеты төбәк авиалиниялары әүҙем үҫешкән Башҡортостанға тапшырылды. Әлеге ваҡытта был һауа судноларында Сибай, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородҡа рейстар башҡарыла.