Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнөн билдәләйәсәктәр

Йәмғиәт

Шәмбе, 31 июлдә, Өфөлә һөнәри байрам — Тимер юлсылар көнөн билдәләйәсәктәр.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендә ғәҙәттәгесә төп байрам саралары Өфөнөң Дим районы Мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк.  

Дим районы – Башҡортостан баш ҡалаһының иң “тимер юл” районы: бында ике депо, ҙур Дим станцияһы, Өфө тимер юл транспорты техникумы урынлашҡан. Тимәк, Димдә йәшәүселәрҙең күбеһе ҡорос магистраль менән тығыҙ бәйләнгән.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе (хәҙер Башҡортостан төбәге) быйыл беренсе кварталда «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең селтәр ярышында беренсе урын яулауы Өфө тимер юлсыларының байрам кәйефен тағы ла күтәрә.  

Байрамға ветерандар, магистралдең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре, техникум һәм Өфө балалар тимер юлы уҡыусылары, ҡала халҡы саҡырылған. Матур концерт программаһында республика эстрада йондоҙҙары һәм тимер юл предприятиелары коллективтары ҡатнашасаҡ. Тимер юлсылар көнөн байрам итеү йәштәр дискотекаһы менән тамамланасаҡ.

Байрам сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть