8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2010 йыл, 9:07

4 августа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса консультация үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү бүлеге белгестәре һәр шаршамбы 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы республика программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса граждандарға консультациялар үткәрә.  

(8-347) 251-57-23 телефоны аша йәки Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 28-се кабинет адресы буйынса килеп, консультациялар алырға мөмкин. Бүлек хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе тыңлап, кәрәкле һәм тулы консультация бирәсәк.