4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2010 йыл, 17:27

Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Уралда ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш саралары планын раҫланы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

29 июлдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 2010 йылға Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһы ҡала округында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар планын раҫлау тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Президенты бойороғо буйынса төҙөлгән оператив төркөм тарафынан эшләнгән планға ярашлы, ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙа саралар төрлө йүнәлештәр буйынса үткәреләсәк.

Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә малсылыҡ комплекстарын мал аҙығы менән тәьмин итеү, малды күсереү, мал аҙығы участкаларын һәм орлоҡтарҙы ҡайтанан бүлеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. МТС-тарҙың урып йыйыу комплекстарының эше план буйынса ойоштороласаҡ, орғасы малды һаҡлау буйынса саралар күреләсәк, һыу килтереү ойоштороласаҡ, тоҡомло һыйыр малы һатып алынасаҡ. Шулай уҡ саралар планына ярашлы, кредиттарҙы һәм лизинг түләүҙәрен ҡайтарыу сроктарын оҙайтыу ҡараласаҡ.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә ҡоролоҡтан зыян күргән райондар халҡына матди ярҙам күрһәтеү буйынса саралар эшкәртеләсәк.  

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дауалау-профилактика учреждениеларының һауа торошоноң кире йоғонтоһонан зыян күргән ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүгә даими әҙерлеге тәьмин ителәсәк.

Шулай уҡ планға ярашлы сауҙа, эшҡыуарлыҡ, сәнәғәт өлкәһендә саралар үткәреләсәк, халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау саралары күреләсәк.